Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВА Роза Шәйхетдин ҡыҙы

Просмотров: 898

КӘРИМОВА Роза Шәйхетдин ҡыҙы (7.11.1935, БАССР‑ҙың Нуриман районы Иҫке Күл а. — 11.8.2020, Өфө ҡ.), актриса. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1985), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) Башҡ. академия драма театры, 1989—95 йй. БР Милли Йәштәр театры актрисаһы.

  Башҡорт драма театрында актриса лирик‑драматик, комик‑сатирик ролдәрҙе лә берҙәй уңышлы башҡара: Люся (“Эҙләнеү йылдары” – “Годы странствий”, А.Н.Арбузов; дебют, 1959), Ғилминур (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Хәҙисә (“Ҡыҙыл паша”, Н.Асанбаев), Бимаза (“Диктаторға ат бирегеҙ!”, М.Кәрим); Милли Йәштәр театрында — Палапан (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, М.А.Буранғолов), Кукушкина (“Төшөмлө урын” – “Доходное место”, А.Н.Островский), Макпал (“Мөхәббәт тураһында легенда” – “Легенда о любви”, Г.М.Мусрепов). Актрисаның таланты классик репертуар ролдәрендә айырыуса тулы асыла: Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” – “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир), Нина Заречная (“Аҡсарлаҡ” – “Чайка”, А.П.Чехов), Надежда Коломийцева (“Һуңғылар” – “Последние”, М.Горький) һ.б.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.08.2022