ИШЕМОВА Роза Ғакил ҡыҙы
ИШЕМОВА Роза Ғакил ҡыҙы (1.1.1939, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1988). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1964 й. алып Өфөнөң 91‑се, 20‑се урта мәктәптәре уҡытыусыһы. 1973—2003 йй. Милли мәғариф проблемалары ин‑тының Башҡ‑н филиалында төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһына арналған. И. дәреслектәргә тауышлы ҡушымталар (35 грампластинка) эшләй, улар башҡ. мәктәбе уҡыусыларының урыҫса һөйләү кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы.
Хеҙм.: Развитие русской речи учащихся IV класса башкирской школы с применением технических средств обучения. М., 1980; Методика преподавания русского языка в 5—9 классах башкирской школы. Уфа, 1996 (авторҙ.).
Ф.Ф.Аҙнабаева
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина