Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ Марсель Әҡсән улы

Просмотров: 1281

ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ Марсель Әҡсән улы (15.9.1941, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡалмаҡ а.), журналист. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1976). БДУ‑ны (1965), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1976) тамамлаған. 1965 й. алып “Осҡон” гәз. эшләй: бүлек мөдире, 1966 й. — баш мөхәррир урынбаҫа‑ ры, 1967 й. — баш мөхәррир. 1969— 74 йй. һәм 1979—86 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз.: 1973 й. башлап бүлек мөдире, 1979 й. — баш мөхәррир урынбаҫары. 1976—79 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тының сектор мөдире, 1986 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты хеҙм‑ре, 1990 й. — “Известия Башкортостана” гәз. баш мөхәррире, 1999—2003 йй. БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары. “Замандаштар менән әңгәмәләр — Диалоги с современниками” телевизион тапшырыуҙар циклы, “Бары тик ел генә булған” (“То был лишь только ветер”; 1999), “Быуат ҡараңғылығы” (“Сумерки века”; 2001), “Ишетелмәгән оран” (“Неуслышанный набат”; 2003) очерк китаптары, “Риүәйәттең дауамы” (“Продолжение легенды”; 1999) роман‑хроникаһы, заман темаларына мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. (1989), К.Әхмәтйәнов ис. пр. (1998) лауреаты. Салауат Юлаев орд. м-н бүләкләнгән (2013).

Әҫәрҙ.: Ел-дауыллы быуат: публицистика, эссе. Өфө, 2008; Дәүерҙәр осрашҡанда. Өфө, 2011; Формула прочности. Уфа, 2004; Остаюсь с вами: о жизни и времени. Уфа, 2011.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: