Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ"

Просмотров: 1695

“ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала яҙылған. 19 б. башында В.И.Даль тарафынан яҙып алына һәм “Башҡорт һыуһылыуы” (“Башкирская русалка”) исеме аҫтында урыҫ телендә “Москвитянин” ж. (1843, №1) баҫылып сыға. Эпостың варианттарын Л.В.Суходольский (1858; “Түләк тураһында башҡорт легендаһы” — “Башкирская легенда о Туляке”), Р.Г.Игнатьев (1875; “Абдрахман улы Һары Сәхип тураһында әкиәт” – “Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе”), С.Ғ.Солтанов (1902; “Заятүләк менән Һыуһылыу” — “Зая‑Туляк и Су‑Сулу”), М.Ғафури (1910; “Заятүләк менән Һыуһылыу”, тат. т.) һ.б. баҫтыра; ш. уҡ К.Мәргән, Ф.А.Нәҙершина, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып алған “Заятүләк”, “Түләк”, “Балҡантау” һ.б. варианттары билдәле. Эпоста ырыу‑ара мөнәсәбәттәрҙең тарҡалыу процесы сағылыш тапҡан. Төп тема – ғаилә ҡороу, кешенең шәхси бәхете өсөн көрәше. Эпостың геройы Заятүләк, өлкән ағалары м‑н талашып, тыуған йортон ташлап сығып китә. Асылыкүл буйында ул, һыу аҫты батшаһы ҡыҙы Һыуһылыуҙы күреп, ғашиҡ була. Һөйгәне м‑н бергә булыр өсөн Заятүләк, ата‑әсәһенән, иң яҡын дуҫтарынан (аты м‑н шоңҡарынан) баш тартып, һыу аҫты батшалығына йәшәргә китә. Ваҡыт үтеү м‑н герой тыуған еренән алыҫта йәшәй алмауын аңлай һәм, һыу аҫты батшаһының фатихаһын һәм кәләшенең бирнәһен – өйөр‑өйөр йылҡыһын алып, Һыуһылыу м‑н тыуған еренә ҡайта. Күл ярында урынлашҡан Һыуһылыу м‑н Заятүләк бәхетле һәм етеш йәшәй, әммә бер ваҡыт егеткә атаһы, үлеү сәбәпле, тәхет өсөн ағалары араһында башланған болалар т‑да хәбәр килеп етә. Иленә ҡайтҡан һәм ырыу мәшәҡәтенә сумған Заятүләк ҡатыны янына вәғәҙәләшкән көнгә әйләнеп ҡайтып өлгөрмәй. Һыуһылыу һағышынан үлә; унһыҙ йәшәү мәғәнәһен тапмай, Заятүләк тә үҙ‑үҙен үлтерә. Заятүләк менән Һыуһылыуҙың кәүҙәләре ерләнгән Балҡантау изге урын һанала. Эпос фрагменттары һалмаҡ көй стилендә башҡарыла. Көй варианттарын К.Й.Рәхимов, П.Г.Рыбаков, Х.Ф.Әхмәтов яҙып алған һәм нотаға һалған. Эпостың БР‑ҙа, Ырымбур һ.б. өлкәләрҙә йыйылған 30‑ға яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана. Эпос мотивтары б‑са 1999 й. Башҡорт драма театрында С.Р.Суринаның “Тылсымлы күл сере (Заятүләк менән Һыуһылыу)” спектакле (реж. Р.М.Назарова, ҡуйыусы рәссамы И.Д.Бәкеров, комп. И.М.Хәлилов) ҡуйыла.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө т. Эпос. Өфө, 1998; Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.

Б.Ғ.Әхмәтшин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: