Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН

Просмотров: 2613

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН (ысын исеме Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1799; Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңы Балапан а., — 1878, шунда уҡ), башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. 1830‑сы йй. 6‑сы башҡ. кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829). Ишмөхәмәт исемен йәшеренеү маҡсатында алған, тип фараз ителә (властарға ҡаршы сығыш яһаған өсөн эҙәрлекләүгә дусар булған). Сәсәндең ижади мираҫына “Саңдүҙәк”, “Һары ла сәс”, “Малбай”, “Әйүкә”, “Бүҙекәй кантон” һ.б. йырҙар ҡарай. Үҙенең әҫәрҙәрендә И.с. яҙмыш, йәшәү мәғәнәһе т‑да уйлана, тыуған яҡтың гүзәллеген данлай. Күп йылдар буйына Ғәбит сәсән унан һүҙ оҫталығына өйрәнә, уға И.с. Байыҡ Айҙарҙың ижади мираҫын тапшыра. И.с. йырҙары “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. Яңы Балапан урта мәктәбенә И.с. исеме бирелгән, бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; тыуған ауылында урам уның исемен йөрөтә. И.с. исемендәге Премия булдырылған (2004).

Әҙәб.: Малыбаев Р., Малыбаева С. Балапан ауылы тарихы: тарихи‑документаль очерк. Белорет, 2009.

С.Ғ.Малыбаева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.04.2023