Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Вил Рәшит улы

Просмотров: 1271

ИБРАҺИМОВ Вил Рәшит улы (6.2.1962, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се дауаханаһында эшләй (1992 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1998 й. башлап БР ФА Стәрлетамаҡ филиалының мед.-биол. проблемалары бүлеге етәксеһе. 2008 й. алып “Газпром нефтехим Салават” ААЙ мед.-санитар бүлегенең баш табип урынбаҫары, 2011 й. — “Эра-конд” ҒПБ (БР‑ҙ ың Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а.) дир., бер үк ваҡытта 2010 й. башлап Мәскәү технологиялар һәм идара итеү ун‑тының экоаналитик лаб. етәксеһе; 2012 й. алып Стәрлетамаҡ мед. колледжы директоры. Фәнни эшмәкәрлеге яман шештәрҙе тәүге осорҙа диагностикалау һәм иҫкәртеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. И. ҡатнашлығында Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө һ.б. ҡалаларҙа химия сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары эшселәрендә онкологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең берҙәм комплекслы схемаһы эшләнә һәм БР‑ҙа дауалау практикаһына индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Новый подход к классификации шейных лимфаденэктомий //Успехи современного естествознания. 2009. №9 (авторҙ.); The impact of "Erakond" on the course and fate of acute radiation sickness //Здоров"я працюючих. Донецьк, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019