Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВА Гүзәл Ярулла ҡыҙы

Просмотров: 710

ИБРАҺИМОВА Гүзәл Ярулла ҡыҙы (27.6.1963, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2008), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) БАССР МС‑ы эргәһендәге Дарыухана идаралығында эшләй. 1987—90 йй. һәм 1994 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә фарм. ярҙам ойоштороу проблемаларына, фарм. биоэтиканы һәм госпиталь фармацияһын, экологик хәүеф зоналарында тәбиғи, техноген һәм соц. факторҙарҙың халыҡ һаулығына тәьҫир итеүен өйрәнеүгә арналған. И. ҡатнашлығында махсус мед. ярҙамы бригадалары өсөн табелле йыһазландырыу комплекттарын әҙерләү һәм ҡулайлы урынлаштырыуҙың автоматлаштырылған мәғлүмәттәр системаһы эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019