ЗОЛОЕВА Галина Михайловна
ЗОЛОЕВА Галина Михайловна (13.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1994), проф. (1996). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2005). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) “Гипровостокнефть” ин‑тында (Куйбышев ҡ.) эшләй. 1966 й. алып И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тында (1976—83 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын файҙаланыуҙың төрлө стадияларында скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәр м‑н бәйле. З. нефть һәм газ сығарылышын баһалау өсөн эшкәртелеп бөтмәгән углеводород запаслы продуктив ҡатлам участкаларында фильтрацион һыйышлығы төрлө составлы ятҡылыҡтарҙы күҙаллау һәм асыҡлау методикаһын уйлап таба. Асыштары БР‑ҙың, РФ-тың башҡа төбәктәренең һәм сит илдәрҙең нефть һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарында индерелгән. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1996, 2009).
Х е ҙ м.: Оценка неоднородности и прогноз нефтеизвлечения по ГИС. М., 1995; Геолого-геофизическое моделирование залежей нефти и газа. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 2008 (авторҙ.); Практический курс геологического моделирования. М., 2010 (авторҙ.).
В.М.Добрынин
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов