Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ТОҠОМДАРЫН ЗОНД МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ

Просмотров: 892

ЕР ТОҠОМДАРЫН ЗОНД МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ, тупраҡтың арауыҡта үҙгәреүен, составын һәм үҙенсәлектәрен тиҙ баһалау ысулы (экспрессысул). Зонд (башы конус формаһындағы стержень рәүешендәге ҡоролма) ярҙамында тупраҡтың ҡаршылығын үлсәүгә нигеҙләнә. Е.т.з.м.т. динамик (зондты тупраҡҡа һуғып индереп, уның батыу тәрәнлегенең һуғыу һанына бәйлелеген билдәләү йәки зонд юлының бирелгән бер өлөшөндә һуғыу һанын иҫәпләп сығарыу) һәм статик (зондты батырып, һәм тупраҡтың зонд аҫтындағы һәм уның сите буйлап ҡаршылығын үлсәү) ысулдары айырыла. Статик ысул тупраҡтың төп характеристикаларын, төрлө ҡатламдарҙың таралыу сиктәрен динамик ысулға ҡарағанда анығыраҡ билдәләргә мөмкинлек бирә, ләкин уны ҡаты тупраҡ (ҡая тоҡомдары, ҡырсынташ, ваҡ таш һ.б.) өсөн ҡулланып булмай. Е.т.з.м.т. быраулау скважиналары, лаб. һынауҙар, свайҙарҙың статистик һынауҙары һанын кәметеү иҫәбенә эҙләнеү эштәренең ваҡытын ҡыҫҡарта һәм хаҡын төшөрә, тимер-бетонды юғалтыуҙы кәметә. Башҡортостанда Е.т.з.м.т. статик ысулын киң файҙаланыу свайлы фундаменттарҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға булышлыҡ итә. БР Төҙөлөш комплексының ғилми‑тикшеренеү проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө институты) 1963 й. тиҙ йөрөшлө С‑832 ер тикшереү ҡулайламаһы эшләнә, ул тупраҡтың стратиграфик ҡатламдарын асыҡлау һәм уларҙың характеристикаларын билдәләү, өйөлмә тупраҡтың тығыҙлығын контролдә тотоу өсөн файҙаланыла; свайҙарҙың тотоп тороуға һәләтле булыуын һәм тупраҡтың үҙенсәлектәрен зонд м‑н тикшереү нәтижәләре б‑са баһалауҙың һөҙөмтәле ысулдары табыла.

Әҙәб.: Рыжков И.Б., Исаев О.Н. Статическое зондирование грунтов. М., 2010.

И.Б.Рыжков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: