Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗОРИКТУЕВ Вячеслав Цыденович

Просмотров: 984

ЗОРИКТУЕВ Вячеслав Цыденович (5.9.1939, Бүрәт‑Монгол АССР‑ының Цакир а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1976—78 йй. һәм 1982 й. алып машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу каф. мөдире, 1988—2007 йй. автоматлаштырылған технология системалары каф. мөдире, 1991—99 йй. бер үк ваҡытта авиация‑технология системалары ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре автоматик идара итеү һәм станоктар системаһының технологик процестарын оптимизациялауға арналған. З. т‑ра‑көс координаталары б‑са ҡырҡыу процесының автоматик көйләгестәрен проектлай. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электропроводимость контакта “инструмент-деталь” – физический и информационный параметр в станочных системах. М., 1998 (авторҙ.); Основы автоматизации и управления технологическими процессами в машиностроении. Уфа, 2000 (авторҙ.); Автоматизация технологических процессов и производств. М., 2008 (авторҙ.).

Р.Г.Ҡоҙаяров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: