Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы

Просмотров: 1284

ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы (17.10.1957, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Таймаҫ а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2009). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) Өфөнөң Резина‑техник изделиелар з‑дында эшләй, 1980 й. алып Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ-нда, 1982 й. — ӨДНТУ‑ла: 1986—92 йй. лаб. мөдире, 2000 й. башлап нефть аппараттары технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. алып механика ф‑ты деканы, 2004 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор; 1992—94 йй. БР ФА‑ның Физика-математика һәм техник фәндәр бүлегенең ғилми секретары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть‑газ комплексының айырыуса ҡатмарлы объекттары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү проблемаларына, нефтехимия аппараттарын эшләүгә һәм яңыртыуға бәйле. И. ҡатнашлығында, мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, ҡорамалдарға техник диагностика үткәреүҙең комплекслы системалары, вакуумлы колонналар өсөн айыртыу ҡоролмалары, нефть һәм нефть продукттарын йылытыу өсөн торба мейестәр эшләнә, улар БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларында индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Работоспособность сварного оборудования из жаропрочных хромистых сталей. СПб., 2008 (авторҙ.); Ресурс стальных резервуаров. СПб., 2008 (авторҙ.); Коррозия и защита нефтезаводского и нефтехимического оборудования. М., 2010 (авторҙ.).

И.Р.Кузеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: