Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы

Просмотров: 1188

ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы (18.1.1939, ТАССР‑ҙың Урыссу а. — 4.11.2018, г.Карлскруна, Швеция), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта 1966 й. алып Новосибирск ун‑тында эшләй. 1980 й. алып Өфөлә: СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә лаб. мөдире, бер үк ваҡытта ӨДАТУ‑ла уҡыта, 1984—87 йй. ғәмәли математика каф. мөдире, 2011 й. алып лаб. ғилми етәксеһе. 1987 й. башлап Мәскәүҙә: СССР ФА‑ның Ғәмәли математика ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта Мәскәү физика‑техник ин‑тында уҡыта. 1994 й. алып Көньяҡ Африка Республикаһында эшләй: Витватерсранд ун‑тында (Йоханнесбург ҡ.), 1997 й. башлап Ммабато ун‑тында һәм ш. уҡ ун‑ттағы Симметрия һәм математик модель әҙерләү ин‑тында (Мафикенг ҡ.) директор. 2000 й. алып Швецияла: Блекинге технология ин‑ты эргәһендәге Халыҡ-ара ALGA фәнни үҙәге (Карлскруна) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау теорияһына, математик физика мәсьәләләренә арналған. И. тарафынан Риман арауығындағы дөйөмләштерелгән хәрәкәттәр теорияһы эшләнә, гидродинамикала яңы һаҡланыу закондары, тулҡындарҙың таралыу теорияһында Гюйгенс принцибының теоретик-төркөм тәбиғәте асыла һәм тривиаль булмаған конформлы төркөмлө арауыҡтарҙа Адамар проблемаһы хәл ителә һ.б. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1987).

Хеҙм.: Группы преобразований в математической физике. М., 1983; CRC Handbook of Lie Group Analysis of Differential Equations. Vol.1—3. Boca Raton, 1994—1996 (авторҙ.); A Practical Course in Differential Equations and Mathematical Modeling: Classical and New Methods. Nonlinear Mathematical Models. Symmetry and Invariance Principles. Singapore, 2009.

Р.Ҡ.Ғәзизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: