Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСОВ Роберт Хәбиб улы

Просмотров: 883

ИҘРИСОВ Роберт Хәбиб улы [13.4.1944. Чкалов өлк. Домбаровск ҡсб (Ырымбур өлк.)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ӨМЭЗ‑дә эшләй; 1972—74 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑ның өлкән инженеры, 1978—87 йй. өлкән ғилми хеҙм‑ре, лаб. мөдире; 1974—78 йй. Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының эксперименталь участкаһы нач.; 1987 й. алып Көнсығыш хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы ҒТИ‑ның дир. урынбаҫары, 1991 й. ғин. — “Инжэко” бәләкәй пр‑тиеһы (бөтәһе лә — Өфө) дир., 1991 й. июленән ИПТЭР‑ҙа бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре магистраль үткәргес торбаларҙы файҙаланыуға һәм уларҙың сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле. И. ҡатнашлығында үткәргес торбаларҙы шартлау ярҙамында киҫеү һәм нефть үткәргес торбаларҙың һыу аҫты үткәүелдәрен капиталь ремонтлау технологиялары, нефть һәм газ сәнәғәте объекттарын файҙаланғанда тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау б‑са норматив‑техник документтар комплексы эшләнә, улар нефтте сығарыу һәм ташыу пр‑тиеларында индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Стратифицированные струйные течения нефти и нефтепродуктов. М., 2002 (авторҙ.).

М.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019