Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы

Просмотров: 1329

ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы (4.4.1950, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көктал а. — 26.10.2021, Өфө ҡ.), химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Ҡазан химия‑технология институтын тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, 1976 й. алып Химия институтында эшләй, 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ институтында төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни хеҙмәттәре органик һәм металл‑органик синтезлауҙағы металл комплекслы катализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның ҡатнашлығында туйындырылмаған берләшмәләрҙе күсемһеҙ металдар ярҙамында металл‑комплекслы катализаторҙар тәьҫирендә циклометаллаштырыу реакцияһы асылған. Күсемһеҙ металдарҙың туйындырылмаған берләшмәләр һәм органик галогенидтар менән каталитик тәьҫирләшеүе аша углерод‑углеродлы, гетероатом‑углеродлы һәм металл‑углеродлы бәйләнештәрҙе төҙөү ысулдары эшләнгән. РФ‑тың Дәүләт премияһы (2003), А.М.Бутлеров исемендәге премия (2009) лауреаты.

  Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в синтезе алюминийорганических соединений //Успехи химии. 2000. Т.69. Вып.2 (авторҙ.); Металлокомплексный катализ в синтезе магнийорганических соединений //Шунда уҡ. 2005. Т.74. Вып.9.

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

П.: Ә.Ғ.Ибраһимов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022
Связанные темы рубрикатора: