Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМАШЕВ Урал Булат улы

Просмотров: 1431

ИМАШЕВ Урал Булат улы (17.1.1945, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а. — 3.2.2018, Өфө ҡ.), химик. БР ФА академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). Б.Ғ.Имашевтың һәм Ғ.Ш.Имашеваның улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк менән; 1981 й. алып органик химия кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1991—92 йй. Нефтехимия эшкәртеү проблемалары институтында проректор, 1992—97 йй. директор һәм “Нефтехимпереработка” ҒПБ‑ның (Өфө ҡ.) генераль директоры. Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы һәм циклик ацеталдәр, углеродтың көкөртлө окисы нигеҙендәге тиоэфирҙар химияһы һәм технологияһы проблемаларына арналған. И. тарафынан ацеталдәрҙең гетеро- һәм гомолитик реакцияларының законлыҡтары билдәләнгән, полифункциональ гетероорганик берләшмәләр алыуҙың яңы ысулдары табылған, юғары һөҙөмтәле эреткестәр, пластификаторҙар, коррозия ингибиторҙары производствоға индерелгән. Уның тарафынан мазутты яңы катализаторҙар һәм тулҡын резонансы тәьҫирен файҙаланып эшкәртеүҙең технологик процесы һәм фәнни нигеҙҙәре эшләнгән. БР‑ҙың Д.И.Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе (1992—95). Д.Ф.Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Деметаллизация нефтей и нефтепродуктов. М., 1992; Окисление и стабилизация дизельных топлив. М., 1995 (авторҙ.); Основы органической химии. М., 2011.

 

Т.П.Андрюшенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Т.П.Андрюшенко
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: