Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШКИЛДИН Әмир Фәтҡулла улы

Просмотров: 4214

ИШКИЛДИН Әмир Фәтҡулла улы [21.10.1941, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Бикес а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 22.2.2011, Өфө], химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР- ҙың атҡ. химигы (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй (1991—95 йй. технология ф‑ты деканы). 1975—79 йй. Ҡабул политехник ин‑тында (Афғанстан) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ауыр нефть ҡалдыҡтарын (асфальт, гудрон, крекинг-ҡалдыҡтар) тәрәнерәк эшкәртеүҙең яңы варианттарын асыуға, акустик ысулдар ҡулланып нефть битумдары алыуҙы интенсивлаштырыуға арналған. И. етәкс. 90‑сы йй. уртаһында Яңы Өфө НЭЗ‑ы, “Уфанефтехим” ААЙ‑ларында производствоға индерелгән асфальтты эшкәртеү һәм гудрондарҙы асфальтһыҙлаштырып, ҡаҙан яғыулығына әйләндереү технологияһы уйлап табылған. И. ҡатнашлығында гудрондарҙың гидровисбрекингы технологияһы уйлап сығарылған, уны һынау 90‑сы йй. Өфө аҙ күләмле нефтехимия производстволарының тәжрибә заводында үткәрелгән. 120 фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Термический крекинг и новые резервы углубления переработки нефти. Уфа, 1995 (авторҙ.); Межфазные явления с участием нефтяных остаточных продуктов. Уфа, 1996.

К.Ғ.Әбделминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.10.2026
Связанные темы рубрикатора: