Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМОРАТОВ Ғүмәр Йосоп улы

Просмотров: 1078

ИШМОРАТОВ Ғүмәр Йосоп улы (28.9.1951, Октябрьский ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында (1995 й. — лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре органик синтез продукттары һәм тәбиғи берләшмәләр нигеҙендә бөжәктәрҙең түбән молекуляр биорегуляторҙарын йүнәлешле синтезлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, уларҙың препаратив формаларын эшләүгә арналған. И. тарафынан 60‑тан ашыу төр бөжәктең феромондарын, гидропрен һәм метопрен ювеноидтарын, хитин биосинтезының бер нисә ингибиторҙарын синтезлау ысулдары табыла. Уның етәкселегендә бал ҡорттарының метаболиттары (апимил, аписил, биосил, кандисил, меллан, тос‑био һ.б.) нигеҙендә умартасылыҡ (бал ҡорттарын һауыҡтырыу, уларҙың ҡылыҡтарын һәм йәшәү һәләтлеген көйләү) һәм ветеринария өсөн препараттар уйлап табыла. 560‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 45 уйлап табыу авторы. А.Н.Несмеянов ис. пр. лауреаты (1999).

Хеҙм.: Семиохемики и регуляторы роста и развития насекомых и клещей в защите зерна и продуктов его переработки. Уфа, 2005 (авторҙ.); Монотерпеноиды в химии оптически активных феромонов насекомых. М., 2012 (соавт.).

Ф.Әәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: