Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАНОВ Святослав Несторович

Просмотров: 1010

ИВАНОВ Святослав Несторович (3.2.1911, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.10.2003, Екатеринбург ҡ.), геолог. СССР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1970), геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1953). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1932). Фәнни хеҙмәттәре металлогения, петрология, тау тоҡомдары реологияһы, тектоника проблемаларына арналған. И. тарафынан ер ҡабығының вертикаль гидродинамик зоналығы, йәшел ташлы метаморфизмдың тәбиғәте буйынса тауҙарҙан йәш булыуы нигеҙләнгән, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының вулканоген‑ултырма сығышы һәм уларҙың тупланыу үҙенсәлектәре тураһындағы күҙаллауҙар үҫтерелгән. Литосфера плиталары тектоникаһы нигеҙендә Урал һ.б. йыйырсыҡлы өлкәләрҙең тәрәндәге төҙөлөшө һәм геологик үҫеш тарихы концепцияһы авторҙашы. Уның ҡатнашлығында формация‑геодинамика нигеҙендә Уралдың тектоник картаһы төҙөлә. И. етәкселегендә Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы асылған һәм разведкаланған, Баймаҡ баҡыр мәғдәне районының перспективалары нигеҙләнгән. Сталин премияһы лауреаты (1949), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2003). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1975), Халыҡтар дуҫлығы (1981) ордендары менән бүләкләнгән. Святославит минералына И. исеме бирелгән.

Хеҙм.: Опыт изучения геологии и минералогии колчеданных месторождений Урала. Свердловск, 1947; Формирование земной коры Урала. М., 1986 (авторҙ.).

Әҙәб.: К 100‑летию Святослава Несторовича Иванова //Литосфера. 2011. №1.

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: