Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАНОВ Филипп Антонович

Просмотров: 1006

ИВАНОВ (Стихарев) Филипп Антонович (24.10.1871, Һарытау губернаһы Плана а. — 20.7.1957, Лондон ҡ.), тау инженеры. Урал тау училищеһын (Екатеринбург ҡ., 1894), Фрайберг тау академияһын (Германия, 1901), Петербург тау институтын (1906) тамамлаған. 1894 й. Ҡытау тау округы рудниктарында, 1901—05 йй. Германия, Австрия, Бельгия, Англия металлургия заводтарында күҙәтсе булып эшләй. 1906 й. алып Ҡытау-Ивановка тау округы начальнигы, 1912 й. Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте директоры. Ҡыштым заводтарының эске ҡоролошон үҙгәртә һәм техник яҡтан яңырта, уның етәкселегендә таҙартылған электролитик баҡыр, көкөрт һәм азот кислоталарын етештереү үҙләштерелә. Пермь губернаһында һәм Ырымбур губернаһында алтын һәм аҡ алтын сығарыуҙы, Көньяҡ Уралда баҡыр ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 1912 й. алып Өфө губернаһынан Дәүләт советы ағзаһы. Екатеринбургтың почётлы гражданы (1917).

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022
Связанные темы рубрикатора: