Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЗБИЗТАШ

Просмотров: 1629

ЭЗБИЗТАШ, бурташ, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә. Структураһы биоморф (органоген), һыныҡ, кристалл бөртөклө, кристаллобластлы; текстураһы массив, ҡатлаулы. Төҫөн ҡушылмалары билдәләй, йышыраҡ аҡ, һарғылт, көрән, һоронан ҡараға тиклем. Химик (сода, цемент һ.б. етештереү), технологик һәм агрохимик (шәкәр, эзбиз оно һ.б.), тау‑техник (металлургияла флюс) сеймал сифатында; төҙөлөштә (биҙәү таштары, йөҙләү таштары, ҡырсынташ) ҡулланыла. БР‑ҙа 100 м тиклем ҡалынлыҡтағы ҡатламдар һәм горизонттар барлыҡҡа килтергән рифей һәм палеозой ултырмаларында киң таралған. Иң ҙур ятҡылыҡтары: Шәкетау, Торатау (Ишембай районы), Пугачёв (Белорет районы), Оло Теләк (Иглин районы), Төйәләҫ (Баймаҡ районы), Рысҡужа йөҙләү ташы ятҡылығы, Рысай, Юлдаш (Учалы районы) ятҡылыҡтары.

Әҙәб.: Минерально‑сырьевая база местных строительных материалов Башкирской АССР. Уфа, 1958.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022