Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ

Просмотров: 1081

ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған кире тектоник структура. Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай, Аҡтаныш-Шишмә бөгөлөнөң көнсығыш дауамы. Башлыса Ағиҙел депрессияһында киңлек йүнәлешендә һуҙылып, Көньяҡ Уралдың алғы йыйырсыҡтарында тамамлана. И.‑Т.б. көньяҡ ҡыры фамен ярусы ҡатламдары буйынса Ағиҙел депрессияһы һәм Шихан‑Ишембай биләне сиге менән тап килә. Төньяҡ сиге, фаразланыуынса, Ҡаратау ҡалҡыуынан көньяҡтараҡ үтә. Оҙонлоғо 40 км, киңлеге 160 км яҡын. Бөгөл ҡырҙарының тышҡы һәм эске зоналары бар. Тышҡы зоналары — үҙәк депрессия өлөшө яғына текә һикәлтә рәүешендә ултырған 530 м яҡын ҡалынлыҡтағы франс ярусының (өҫкө ярым ярусы) һәм фамен ярусының карбонатлы ултырмаларынан, эске зоналары 400 м яҡын ҡалынлыҡтағы өҫкө девондың депрессия фацияларынан, турней ярусының Волга аръяғы һәм Ҡыҙыл горизонттарының карбонатлы ултырмаларынан ғибәрәт. Үҙәк өлөшөндәге күсәр зонаһы көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә киңәйә; 100—150 м ҡалынлыҡтағы алатау свитаһының карбонатлы‑терриген тоҡомдарынан тора. Бөгөл Көнсығыш Европа платформаһы сиктәренең оҙаҡ йылдар батыуы һөҙөмтәһендә урта‑һуң франс быуатында барлыҡҡа килгән. Уның сиктәрендә Архангел, Ҡарлы, Табын һ.б. нефть ятҡылыҡтары асылған.

Әҙәб.: Лозин Е.В. Глубинное строение и нефтегазоносность Волго-Уральской области и смежных территорий //Литосфера. 2002. №3.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.04.2024
Связанные темы рубрикатора: