Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ

Просмотров: 1651

ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович Баймаҡ районында айырып күрһәтә (1932). И.с. ултырмалары Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡтан төньяҡҡа табан 200 км ашыуға һуҙылған (Ирәндек һырты районы). Башлыса лава, базальт һәм андезибазальт составындағы лавобрекчия, туф, тефроид, вулканомикт тоҡомдарҙан тора (ҡалынлығы 3500 м тиклем). Баймаҡ‑Бүребай свитаһында ята, Ҡарамалыташ свитаһы менән ҡаплана. Аҫҡы һәм өҫкө ярым свиталарға бүленә. И.с. йәше — эйфель ярусы. И.с. ултырмаларына Салауат баҡыр‑порфир мәғдәндәре ятҡылығы (Әбйәлил районы), баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары һәм кварцлы юлаҡтарҙағы алтын мәғдәне сығанаҡтары тура килә.

Әҙәб.: Маслов В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; Серавкин И.Б. Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986; Маслов В.А., Артюшкова О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022
Связанные темы рубрикатора: