Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”

Просмотров: 1664

“ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”, тәбиғи алтын киҫәге. 1992 й. Йылайыр свитаһының вулканоген‑ултырма тоҡомдарын ҡаплаған делювиаль ултырмаларҙа, Баймаҡ районы Күсей а. янында элекке Һунар‑Үҙәк руднигынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә “Ирәндек” совхозы механизаторы Р.И.Үтәғолов таба. Төҫө һары, яңы киҫелешендә салт һары. Формаһы пластинкалы. Пластина йөҙөнөң бер яғы һәм сите шыма, йышылған. Оҙонлоғо яҡынса 31 см, киңлеге 18,5 см. Ҡалынлығы — ситтәрендә 0,5 см, урта өлөшөндә 1,5 см тиклем. Дөйөм күләме 310 см3, ҡатнашмалар һәм ҡабығы яҡынса 5%‑ын тәшкил итә. Уртаса тығыҙлығы 15,43 г/см3. Ауырлығы 4 кг 788 г. Йәнселгән урыны юҡ. Химик составы буйынса юғары пробалы платина-иридий‑палладийлы алтын. БР-ҙың Милли музейында һаҡлана.

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: