Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ

Просмотров: 2600

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов менән бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха, Мотовилиха заводтарын һ.б. баҡыр мәғдәне менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда тау эшен үҫтереү һәм Рәсәйҙә тәүге юғары техник мәктәп — Санкт‑Петербург ҡ. Тау училищеһын (хәҙер Санкт‑Петербург тау университеты) асыу инициаторы. 1771—89 йй. Тасимовтар училищены тәьмин итеү өсөн 7 мең һумдан ашыу аҡса түләй. И.Т. исеме Аҡъяр тау колледжына бирелгән; Санкт‑Петербург тау университеты бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2006 й. алып Өфө ҡ. Тасимов уҡыуҙары үтә.

Әҙәб.: Башкирские рудопромышленники Тасимовы /А.З.Асфандияров [и др.]. Уфа, 2011.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.09.2022
Связанные темы рубрикатора: