Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ИШИМБАЙНЕФТЬ”

Просмотров: 1492

“ИШИМБАЙНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ЯСЙ. Ишембай нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть ятҡылығын һәм Архангел, Ауырғазы, Бишбүләк, Ғафури, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Әлшәй р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыуҙы тормошҡа ашырған. Ишембай ҡ. урынлашҡан. Составына 4 нефть һәм газ сығарыу цехы, скважиналарҙы ер аҫтында һәм капиталь ремонтлау, ҡатламда баҫымды тотоу, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, етештереүҙе автоматлаштырыу, файҙаланыу ҡорамалдарын прокатлау һәм ремонтлау, электр йыһаздарын прокатлау‑ремонтлау һәм энергия м‑н тәьмин итеү, ғилми‑тикшеренеү һәм производство эштәре, быу һәм һыу м‑н тәьмин итеү, төҙөлөш монтаж‑ремонт, юл төҙөү һәм ремонтлау эштәре, автотранспорт цехтары, соц.-көнкүреш хеҙмәтләндереү участкаһы һ.б. ингән. Уҡыу‑курс комб‑ты, “Орлёнок” балалар һауыҡтырыу лагеры, “Нөгөш” туристик комплексы булған; “Информационный вестник” (“Мәғлүмәт хәбәрсеһе”) гәз. нәшер иткән. Бырауланған скважиналар фонды — 2000‑дән ашыу берәмек.

1932 й. “Востокнефть” тресының С.М.Киров ис. нефть промыслаһы булараҡ ойошторола, 1935 й. алып “Башнефть” тресы составында, 1940 й. “И.” тресына үҙгәртелә, 1955 й. — “Башнефть” берекмәһе составында: “И.” нефть промыслаһы идаралығы, 1970 й. — НГДУ, 1985 й. — “Союзнефтеотдача” ҒПБ составында, 1993 й. — АЙ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. — ЯСЙ. 2005 й. ябыла, “И.” һәм “Аксаковнефть” нигеҙендә “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть—Ишембай” филиалы ойошторола, 2010 й. башлап «“Башнефть” АНК‑һы» ААЙ “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы. 2009 й. 1,8 млн т нефть сығарыла; нефть сығарыуҙың макс. кимәле — 2,4 млн т (1958). “И.” тәүге тапҡыр риф ятҡылыҡтарындағы ҡалдыҡ нефтте иреткестәр һәм юғары баҫымлы газ м‑н ҡатнаш ҡыҫырыҡлап ҡыуҙырыу, горизонталь участкалы күп забойлы скважиналарҙы быраулау, ваҡытлыса туҡтатылған ятҡылыҡтарҙы яңынан эшкәртеүгә индереү ҡулланыла, сығарыуҙы арттырыу маҡсатында скважиналарҙы тоҙ кислотаһы м‑н эшкәртеү башлана һ.б. “И.” м‑н К.А.Байрак, Р.З.Канюков, К.И.Коваленко, Х.П.Сыров, А.Т.Шмарев, Ш.Н.Шимановский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019