Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЗАН ЯРУСЫ

Просмотров: 1140

ҠАЗАН ЯРУСЫ (Ҡазан губернаһы исеменән), пермдең өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Уржум һәм өфө ярустары араһында урынлашҡан. А.В.Нечаев айырып күрһәтә (1915). Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға бүленә. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ултырмаларына фораминиферҙар, гастроподтар, ҡабырсаҡтар, брахиоподтар хас; континенталь ҡатламдарҙа бары тик сөсө һыуҙа йәшәй торған остракодтар бар. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә аҫҡы ярым ярус диңгеҙ ултырмаларынан (балсыҡлы һәүерташтар һәм эзбизташтар), өҫкөһө — 150 м тиклем ҡалынлыҡтағы диңгеҙ ҡултығы һәм континенталь ултырма тоҡомдарҙан ғибәрәт. Урал алды бөгөлөндә Ҡ.я. составында 1700 м тиклем ҡалынлыҡтағы эзбизташ, доломит, аргиллит, алевролит, конгломераттар булған ҡыҙыл төҫлө диңгеҙ ҡултығы‑континенталь ултырмаларҙан тора.

Е.И.Кулагина

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: