Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич

Просмотров: 1352

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич (7.12.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Мәләүез а., хәҙер Мәләүез ҡ., — 25.3.2011, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан һуң (1959) Красноярск геология идаралығында эшләй. 1965 й. алып Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеүҙәр контораһында партия начальнигы, 1969 й. — баш геолог; 1974 й. — “Башнефть” берекмәһе Туймазы геологик эҙләнеүҙәр контораһының геология экспедицияһы начальнигы, геология партияһы начальнигы; 1975 й. — Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1980 й. — лаборатория мөдире, 2006 й. — баш ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм нефть геологияһы, тектоника өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Шарьяж теорияһының авторҙашы. К. тарафынан Көнсығыш Европа платформаһының, Урал алды бөгөлөнөң, Йылайыр синклинорийының, Магнитогорск мегааллохтонының һәм Таулы Ҡырымдың структура геологияһы тикшерелгән; мәтеле вулкандарҙың һәм диапирҙарҙың барлыҡҡа килеү механизмы, уларҙың нефть һәм газ ятҡылыҡтары менән бәйләнеше нигеҙләнгән; геологик структур формаларын типтар буйынса классификациялау тәҡдим ителгән. К. БР территорияһының сейсмотектоник активлыҡ картаһын, мәғдән һәм нефть ятҡылыҡтарының фронталь ҡаплау шыуҙырма өлөштәрендә урынлашыуын билдәләп, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының геологик һәм тектоника карталарын төҙөй. “Геология” журналының баш мөхәррире (1997 й. алып).

  Хеҙм.: Структурная геология северо‑востока Башкортостана. Уфа, 1999 (авторҙ.); Структурная геология юго‑востока Восточно‑Европейской платформы. Уфа, 2001 (авторҙ.); Структурный фактор в теоретической геологии. Уфа, 2010 (авторҙ.).

  Әҙәб.: Вклад геологов‑нефтяников в развитие нефтегазодобывающей промышленности Башкортостана. Уфа, 2003.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0