Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна

Просмотров: 1649

КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна (8.5.1934, Кривой Рог ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1985). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан һуң (1959) Красноярск геология идаралығында эшләй. 1965 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: 1968 й. башлап Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеүҙәр контораһының геологик төшөрөү партияһы начальнигы, 1974 й. — Туймазы геологик эҙләнеүҙәр партияһы отряды начальнигы; 1975 й. алып Геология институтында: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1986—2001 йй. һәм 2004 й. башлап баш ғилми хеҙмәткәр, 2001—04 йй. лаборатория мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге геотектоника, дөйөм һәм төбәк геологияһы, петрология буйынса тикшеренеүҙәргә бәйле. Шарьяж теорияһының авторҙашы. К. тарафынан геоэволюцияның фәнни закондары төҙөлә, йыйырсыҡлы өлкәләр үҫешенең геодинамик режимдары, аллохтондарҙың ваҡыты‑ваҡыты менән ер өҫтөнә ҡалҡып сығыуы асыҡлана, Уралда офиолиттарҙың аллохтонлығы нигеҙләнә. Геодинамика һәм геологияла эволюция закондары, теоретик геологияла структур фактор фәнни йүнәлештәренә нигеҙ һалыусы. Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (1999). 

Хеҙм.: Научные законы геологического развития. Уфа, 2006; Структурный фактор в теоретической геологии. Уфа, 2010 (авторҙ.); К учению о земной коре: геодинамика рифтогенно‑спрединговой стадии Урала// Известия Уфимского научного центра РАН. Уфа, 2020. №3.

Әҙәб.: Вклад геологов‑нефтяников в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа, 2003; Камалетдинов М.А. Учёные и время. Уфа, 2007.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Илл.: Т.Т.Казанцева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: