Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЙНОЗОЙ

Просмотров: 1302

КАЙНОЗОЙ (грек телендәге kainós — яңы, үҙенсәлекле һәм zōḗ — тормош), кайнозой эратемаһы, кайнозой эраһы, фанерозойҙың өҫкө бүлексәһе. 65 млн йыл элек башлана, хәҙерге ваҡытта дауам итә. Палеоген, неоген һәм дүртенсел (квартер) системаларға (осорҙар) бүленә. Башҡортостан территорияһында палеоген һәм миоцен (неогендың аҫҡы бүлеге) ҡатламдары көслө эрозия һәм тектоник ҡалҡыуҙар арҡаһында өлөшләтә депрессияларҙа һаҡланған. Плиоцен ултырмалары (неогендың өҫкө бүлеге) Ағиҙел, Өфө, Һаҡмар һ.б. йылғалар үҙәндәренә тура килә. Квартер ҡатламдары һыу айырғыс киңлектәрҙе, битләүҙәрҙе, тау һәм ҡалҡыулыҡ түбәләрен тотош япма булып ҡаплай; хәҙерге заман рельефын барлыҡҡа килтерә (йылға үҙәндәре, күл уйпатлыҡтары һ.б.). Ултырмалары боронғо ҡатламдарға йыуылыу аша ятҡан континенталь һәм диңгеҙ (квартерҙан тыш) тоҡомдарынан ғибәрәт. Дөйөм ҡалынлығы 800 м тиклем. К. ҡатламдарына һоро күмер, кварцлы ҡомташ, аҡ балсыҡ, төҙөлөш материалдары (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ), торф, агрономик мәғдән (гажа, сапропель), минераль буяу (охра, глауконит, аҡбур), эсәр һыу ятҡылыҡтары тура килә.

  Әҙәб.: Кайнозой Башкирского Предуралья. Т.2. Ч.3. Этапы геологического развития Башкирского Предуралья в кайнозое. М., 1970; Дополнения к стратиграфическому кодексу России. СПб., 2000; Уфа: объясн. зап.//Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000. СПб., 2002. Л. №40(41).

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.04.2024
Связанные темы рубрикатора: