Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ИРӘНДЕК" музей-ҡурсаулығы

Просмотров: 1268

“ИРӘНДЕК”, тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы. Баймаҡ р‑ны сиктәрендә, Ирәндек һыртының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 295 км2. 2002 й. Байыш археологик микрорайоны базаһында ойошторола. “И.” терр‑яһында 400‑гә яҡын мәҙәни ҡомартҡы барлығы асыҡланған: халыҡ архитектураһы, этноархеология ҡомартҡылары (башҡорт йәйләүҙәренең ғәҙәттәге урындары, 17—19 бб. ерләү ҡомартҡылары һ.б.), таш быуат — һуң тимер быуат археологик ҡомартҡылары, ш. иҫ. таш эшкәртеү оҫтаханалары, менгирҙар һәм менгир аллеялары, ҡәберлектәр (ҡара: Байыш ҡурғандары), торамалар (Улаҡ I, Һарыташ һ.б.), ғибәҙәтханалар һ.б.

Әҙәб.: “Золотое кольцо Башкортостана”: обоснование и стратегия развития Национального туристского маршрута. М., 2004; Савельев Н.С. Историко-археологический и ландшафтный музей-заповедник “Ирендык”: научный потенциал и туристическая инфраструктура //Историко‑познавательный туризм в Республике Башкортостан. Кн.1. Уфа, 2004.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019