Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЛАТОУСТ ОПЕРАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1176

ЗЛАТОУСТ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Бишенсе армияһының 1919 й. 24 июне—13 июлендә Златоуст ҡ. һәм уның тирә‑яғындағы сәнәғәт районын баҫып алыу маҡсатында үткәргән һөжүм итеү операцияһы; Граждандар һуғышы барышында 1919—20 йй. РККА‑ның Көнсығыш фронты үткәргән дөйөм һөжүмдең бер өлөшө. Өфө операцияһы тамамланғас, РККА-ның Бишенсе армияһы һәм Көнбайыш армия араһында фронт һыҙығы Ҡариҙел й., Урал һыртының көнбайыш битләүҙәре буйлап үтә. 5‑се армияның көстәре 29 мең кешенән, 93 орудиенан һәм 572 пулемёттан тора. Көнбайыш армия составына ингән Волга буйы ғәскәрҙәре төркөмө, Урал ғәскәрҙәре төркөмө, улар аръяғында урынлашҡан (Златоуст өйәҙенең Үрге Ҡыйғы һәм Нәсибаш аа. тирәһендә, хәҙ. ярашлы рәүештә БР‑ҙың Ҡыйғы һәм Салауат р‑ндары) Өфө ғәскәрҙәре төркөмө һәм резервтағы берләшмәләр бөтәһе бергә 32 мең кеше, 93 орудие һәм 970 пулемёт иҫәпләнә. 5‑се армия командующийы М.Н.Тухачевскийҙың планы Урал ғәскәрҙәре төркөмөн тар‑мар итеүҙе, артабан Волга ғәскәрҙәре төркөмөн, унан һуң Өфө ғәскәрҙәре төркөмөн ҡамауҙы һәм юҡ итеүҙе, уның Рус армияһының төп көстәренә бәйләнешле хәрәкәтен диверсион төркөмдәр һәм партизан отрядтары эшмәкәрлеге м‑н тарҡатыуҙы күҙ уңында тотҡан; урындағы тау сәнәғәте халҡының Көнбайыш армия тылында баш күтәреү мөмкинлеге лә иҫәпкә алынған. 25 июнгә ҡараған төндә 26‑сы уҡсылар див. 1‑се һәм 2‑се уҡсылар бригадалары Йүрүҙән й. тамағы эргәһендә Ҡариҙел аша сыға, Урал ғәскәрҙәре төркөмөнөң 6‑сы уҡсылар див. оборонаһын өҙә һәм 2—4 июлдә Нәсибаш а. янында Волга ғәскәрҙәре төркөмөнөң 12‑се уҡсылар див. тар‑мар итә. 26 июнгә ҡараған төндә 27‑се уҡсылар див. Ҡариҙел аша сыға, Урал ғәскәрҙәре төркөмөнөң 7‑се Урал уҡсылар див. оборонаһын өҙә һәм 5‑се июлдә Үрге Ҡыйғы а. янында Өфө ғәскәрҙәре төркөмөнөң 4‑се Өфө уҡсылар див. ҡыйрата. Июнь аҙағында 35‑се уҡсылар див. Урал ғәскәрҙәре төркөмөнөң 11‑се Урал тау уҡсылар див. тар‑мар итә, Ҡариҙел й. аша сыға һәм Әй м‑н Оло Ыйыҡ йй. һул яры буйлап көнсығышҡа хәрәкәт итә башлай. Июль башында Өфө өйәҙенең Әшә‑Балашов Заводы (хәҙ. Әшә ҡ.), Минйәр (хәҙ. Минйәр ҡ.) һәм Эҫем Заводы (хәҙ. Эҫем ҡ.) торама пункттары тирәһендә 26‑сы уҡсылар див. 3‑сө уҡсылар бригадаһы һәм айырым кавалерия бригадаһы Волга ғәскәрҙәре төркөмөнөң 1‑се һәм 3‑сө уҡсылар див. ҡыйрата. Егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы, Волга ғәскәрҙәре төркөмөнөң 13‑сө уҡсылар див. һәм Волга кавалерия бригадаһын ҡыйратып, 4 июлдә Верхнеурал өйәҙенең Белорет Заводы ҡасабаһын (хәҙ. Белорет ҡ.), 5 июлдә ш. уҡ өйәҙҙең Тирлән Заводы ҡасабаһын (хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.) һәм 9 июлдә Златоуст өйәҙенең Йүрүҙән а. (хәҙ. Йүрүҙән ҡ.) баҫып ала. 10—12 июлдә 26‑сы, 27‑се һәм 35‑се уҡсылар див. баш күтәргән эшселәр отрядтары ярҙамында Волга, Урал һәм Өфө ғәскәрҙәре төркөмө ҡалдыҡтарынан һәм Көнбайыш армия резервынан алынған Ижевск уҡсылар бригадаһынан Златоуст өйәҙенең Ҡуҫа Заводы (хәҙ. Ҡуҫа ҡ.) һәм Һатҡы (хәҙ. Һатҡы ҡ.) торама пункттарын азат итә. 13 июлдә 26‑сы (көньяҡтан) һәм 27‑се (төньяҡтан) уҡсылар див. частары Златоустҡа бәреп инә. Көнбайыш армия Силәбе ҡ. сигенә, ләкин сәнәғәт ҡорамалдары һ.б. мөлкәт тейәлгән 600‑ҙән ашыу вагонды эвакуациялап өлгөрә. 5‑се армияның уңышлы хәрәкәттәренә П.В.Гузаков етәкселегендәге диверсион отрядтың, И.И.Антонов, П.Х.Карлов, Н.А.Масленников, М.Т.Фатеев һ.б. етәкс. иткән баш күтәргән эшселәр отрядтарының, ш. уҡ Златоуст, Троицк һәм Силәбе ҡҡ. тирәһендә хәрәкәт иткән партизан отрядтарының сабауылдары булышлыҡ итә. Операция һөҙөмтәһендә 5‑се армия көнсығышҡа бөтә фронт буйлап (240 км) төпкөлгә 180 км үтеп инә, 3 меңдән ашыу әсир ала, 8 орудие, 32 пулемёт, 3 бронялы автомобиль, 30 паровоз, 600‑гә яҡын вагонды ҡулға төшөрә. 26‑сы уҡсылар див. “Златоуст” тигән почётлы исем бирелә, 26‑сы уҡсылар див. 228‑се һәм 229‑сы уҡсылар полктарына, 27‑се уҡсылар див. 235‑се, 238‑се, 240‑сы һәм 241‑се уҡсылар полктарына Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡтары тапшырыла.

Әҙәб.: Сахаров К.В. Белая Сибирь. Мюнхен, 1923; Директивы командования фронтов Красной Армии (1917—1922 гг.): сб. док. В 4‑х т. Т.2. М., 1972; Плотников И.Ф. В белогвардейском тылу. Большевистское подполье и партизанское движение на Урале в период гражданской войны (1918—1919). Свердловск, 1978.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Карта: Златоуст операцияһы (1919 й. 24 июне — 13 июле)

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: