Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИСЕЛЁВ Иван Александрович

Просмотров: 1390

КИСЕЛЁВ Иван Александрович [16.8.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Архангел а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 3.1.2008, Мәскәү], танкист, ген.‑майор (1967). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 69‑сы армия 11‑се танк корпусы 65‑се танк бригадаһының танк взводы ком. өлкән лейт. К. 1945 й. 15—18 ғин. Зволень, Лодзь, Радом һәм Томашув ҡҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Отставкаға сыҡҡандан һуң (1980) Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. майы һәм окт.), Александр Невский (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1956), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1975), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, уға бюст, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: П а в л о в Б. Встреча с прошлым //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968; А с а б и н Е. В броневом строю //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023