Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕМЕНЧУГ МИНОМЁТ ПОЛКЫ

Просмотров: 948

КРЕМЕНЧУГ МИНОМЁТ ПОЛКЫ, 1942 й. дек. БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Покровка һәм Таутөмән торама пункттарында 469‑сы айырым миномёт полкы булараҡ ойошторола. Полк составына 2 миномёт дивизионы ингән. Юғары Баш командование Ставкаһы резервында, 1943 й. майынан алып Воронеж фронтының 6‑сы гвардия армияһы, сент. — Ялан (окт. башлап 2‑се Украина) фронтының 5‑се гвардия армияһы, 1944 й. июленән — 1‑се Украина фронты составында була. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1943 й. Курск һуғышында, Белгород-Харьков операцияһында һәм Днепр өсөн һуғышта, 1944 й. Кировоград, Умань-Ботошань, Львов-Сандомир һәм 1945 й. Сандомир-Силезия, Түб. һәм Үрге Силезия, Берлин һәм Прага операцияларында ҡатнаша. 1946 й. майында таратыла. “Кременчуг” тигән почётлы исемгә лайыҡ була (1943). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Богдан Хмельницкий (1943), Александр Невский (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Полк ком.: гвардия майоры Я.С.Чернявский (1942—44), майор А.О.Денисов (1944—46).

Әҙәб.: Корнышев Е.Г., Поварисов С.Ш. От Уфы до Праги. Уфа, 1990.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019