Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗИННУРОВ Рафаил Нариман улы

Просмотров: 1420

ЗИННУРОВ Рафаил Нариман улы [26.7.1953, БАССР‑ҙың Оло Теләк р‑ны Түб. Ләмәҙ а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2003). Журналистар союзы (1992), Яҙыусылар союзы (2004), Рәссамдар союзы (2006) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында, 1991 й. алып БР ЮС‑ы Президиумы секретариатында, БР Президенты Хакимиәтендә эшләй; 1994 й. – БР Прокурорының айырым поручениелар б‑са ярҙамсыһы; 2002 й. — БР Хөкүмәте аппаратында. 2008 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 2013 й. алып РФ Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы. 2018 й. башлап БР‑ҙағы РФА Вәкиллегенең етәксе‑ойоштороусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген ойоштороуҙың концептуаль нигеҙҙәренә һәм фәнни‑ғәмәли проблемаларына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. З. этнографик һәм антропологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), 17—19 бб. индеецтар һуғышы юлбашсыларының скульптур портреттарын ижад итә. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1998—99, 2001—02, 2004, 2011, 2015), Мәскәү (2015, 2017), Якутск (2017). “Башҡортостан яҡташтар берекмәһе” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе (2013—18), Рәсәй Халыҡтар ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары (2017).  Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1993). Салауат Юлаев орд. (2013), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2017) м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Башҡортостан юлы: эпик поэма. Өфө, 2007; Башкирские восстания и индейские войны — феномен в мировой истории. Уфа, 2001; Координационная деятельность российской прокуратуры: тенденции и закономерности. Уфа, 2002.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019
Связанные темы рубрикатора: