Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЙӘНСУРИН Ғәҙелша Дәүләт улы

Просмотров: 803

ЕЙӘНСУРИН Ғәҙелша Дәүләт улы [1894 й. окт., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Буҫтыбай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 27.11.1937, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һуғыштарында һәм 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. 1906—10 йй. Ырымбур өйәҙенең Сәйетҡол урыҫ-башҡ. уч‑щеһында уҡыған. 1912 й. алып Ырымбур ҡ. типографияһында, 1918 й. — Ырымбур өйәҙенең 2‑се Ҡара-Ҡыпсаҡ улус идараһында Ҡыпсаҡ кантон башҡармаһында эшләй. 1919 й. башлап Башҡорт айырым кавалерия бригадаһында эскадрон ком. булып хеҙмәт итә. 1921 й. алып АСБР Хәрби эштәр ХК‑ның (Стәрлетамаҡ ҡ.) конвой командаһы, һуңыраҡ Башҡ‑н ғәҙәттән тыш комиссияһының тәфтиш эштәрен ҡарау бүлексәһе нач., 1923 й. башлап Йылайыр кантоны милицияһы нач. ярҙамсыһы, 1925 й. — БАССР Баш судының Йылайыр һәм ТамъянҠатай кантондары б‑са вәкиле, 1926 й. — Арғаяш кантоны прокуроры. 1928 й. алып БАССР прокуроры ярҙамсыһы, 1929 й. — БАССР-ҙың Баш суды рәйесе. 1931 й. башлап 17‑се Дәүләт төҙөлөш тресының идарасы урынбаҫары, һуңынан “Ураллесстрой” тресының Башҡ‑н төҙөлөш контораһы начальнигы. 1934 й. алып БАССР коммуналь хужалығы халыҡ комиссары. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы, 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезы (ҡара: Мосолман съездары) делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1922). 1937 й. репрессиялана, атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Вәлишин Р. Он вернулся к нам //Трудный путь к правде. Уфа, 1997; Кугарчинский район. Вехи и судьбы. Уфа, 2000.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019