Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘАҒСТАН

Просмотров: 3391

ҠАҘАҒСТАН, Ҡаҙағстан Республикаһы, Евразияның үҙәк өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 2,72 млн км2. Баш ҡалаһы — Астана. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 16 млн кеше (2009): ҡаҙаҡтар (63,1%), урыҫтар (23,7%) һ.б.; 17,3 мең башҡорт йәшәй (2009). Рәсми тел — ҡаҙаҡ теле. Диндарҙары — мосолман, православие христиандары һ.б.

БР‑ҙың Ҡ. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ҡ. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 1992 й. Ҡ. Президенты Н.Ә.Назарбаев, БР ЮС‑ы Рәйесе М.Ғ.Рәхимов, ТР Президенты М.Ш.Шәймиевтең осрашыуы һөҙөмтәһендә коммюнике ҡабул ителә (Уральск ҡ.). БР Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы м‑н Ҡ. Энергетика, индустрия һәм сауҙа министрлығы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек т‑да (1998); Астана Акиматы м‑н БР Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡт., фәнни-техник хеҙмәттәшлек, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, туризм һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек т‑да (2004) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Ҡ. делегациялары — БР‑ҙа (2004, 2008); Башҡортостан делегациялары Ҡ. (2004, 2007, 2008, 2012) рәсми визит м‑н була. 2006 й. Ҡ. БР көндәре сиктәрендә БР Хөкүмәте һәм эшлекле даирәләре рәсми делегацияһы Ҡ. бара, Башҡортостандың 50 пр‑тиеһы ҡатнашлығында “БР сәнәғәте көндәре” үтә. 2004 й. алып Астанала БР‑ҙың Ҡ. вәкиллеге эшләй (2011 й. башлап — РФ‑тың Ҡ. сауҙа вәкиллеге эргәһендә). БР‑ҙың БДБ илдәре м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм әйләнешендә Ҡ. өлөшөнә 21,3% (2011) тура килә. БР м‑н Ҡ. тышҡы сауҙа әйләнеше 683,2 млн АҠШ доллары (2000 й. ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк) тәшкил итә. БР‑ҙың Ҡ. экспорты 682,3 млн доллар (2000 й. — 96,2 млн доллар), Ҡ. импорты 0,9 млн доллар (2000 й. — 98,1 млн доллар) тәшкил итә; уларҙың тауар структураһында — машиналар эшләү, нефтехимия сәнәғәте, яғыулыҡ сәнәғәте продукттары, төҙөлөш материалдары һ.б. 2004 й. БР‑ҙа, Ҡ. капитал йәлеп итеп, 12 берлектәге предприятие эшләгән. Нефтехимия эшкәртеү институты “Атырау нефть эшкәртеү заводы” ААЙ, “КазМунайГаз” нефть компанияһы АЙ м‑н хеҙмәттәшлек итә. ИПТЭР 1992 й. алып Ҡ. үткәргес торба транспорты пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ҡаҙаҡ ғалимдары А.А.Абдуллин, А.Т.Кайдаров, Н.К.Надиров 1991 й. БР ФА‑ның почётлы академиктары итеп һайлана. Ҡ. терр‑яһы аша борон Көньяҡ Уралды Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәре м‑н бәйләгән каруан сауҙа юлдары үткән. Көньяҡ-көнсығыш (үҫәргән, түңгәүер, бөрйән) һәм төньяҡ-көнсығыш (әйле) башҡорттарының риүәйәттәре ата-бабаларҙың Уралға Һырдаръя ярҙарынан һәм “Башҡорт тауҙары” итәктәренән күсенгәне т‑да һөйләй.

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Көньяҡ Урал Ҡ. ҡарата хәрби-сәйәси һәм сауҙа-иҡт. саралар үткәреүҙә Мәскәү дәүләтенең таянысына әүерелә. Ҡаҙаҡ хандары башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнаша. Кесе йөҙ ҡаҙаҡтарының рус подданыйлығын ҡабул итеүендә Алдар, Таймаҫ Шәимов, А.И.Тәвкилев, Әбелхәйер мөһим роль уйнай. Ҡ. ебәрелгән илселектәр һәм дипломатик комиссиялар составына Ғ.Ғәбдрәхимов, М.Хөсәйенов һ.б. инә. Башҡорттар (нигеҙҙә 9‑сы һәм 12‑се кантондарҙан) тәржемәселәр, хат ташыусылар булып хеҙмәт итә. 1850 й. Ырымбур сик буйы комиссияһы эргәһендә ҡаҙаҡ балалары өсөн мәктәп асыла. Ҡаҙаҡтар Башҡортостандың мосолман уҡыу йорттарында уҡый, мәҫәлән, “Ғәлиә” мәҙрәсәһен 300‑ләп ҡаҙаҡ тамамлай (шағир Мағжан Жомабаев, яҙыусылар Бейембәт Майлин, Жыйынғәли Телепбергенов, мәғрифәтсе Садиҡ Тоҡобаев, халыҡ мәғарифы министры Ноғман Манаев һ.б.). Аҡмулла, С.Ҡудаш, Ғ.Ибраһимов һ.б. ҡаҙаҡ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1919 й. Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһын ойоштороу проекты ҡарала. Ырымбур крайы ҡаҙаҡтарының этнографияһын, телен һәм тарихын В.В.Вельяминов-Зернов, Ә.Ә.Диваев, И.К.Кирилов, П.И. Рычков өйрәнә.

География һәм этнография өлкәһендәге ғалим, шәрҡиәтсе һәм сәйәхәтсе, Рус география йәмғиәте ағзаһы Чоҡан Вәлиханов (1835—65) ҡаҙаҡ-башҡ. мөнәсәбәттәре тарихын өйрәнә. Жамбул, М.О.Әүәзов әҫәрҙәре башҡ. теленә; Ә.Һ.Бикчәнтәев, Һ.Л.Дәүләтшина, М.Кәрим, С.Ҡудаш һ.б. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән. БР театрҙары репертуарына ҡаҙаҡ драматургтары әҫәрҙәре б‑са ҡуйылған спектаклдәр инә: Д.Исәбәковтың “Көтөр кешем бар минең”, Ғ.М.Мөсрәповтың “Ҡуҙыйкүрпәс менән Баянһылыу” һ.б. “Туғанлыҡ” фестивалендә М.Әүәзов ис. Ҡаҙаҡ дәүләт акад. театры Ҡ.Аширҙың “Каин — Әҙәмдең улы” (2000); Ғ.Мөсрәпов ис. Ҡаҙаҡ дәүләт акад. балалар һәм үҫмерҙәр театры Т.Теменовтың “Алма баҡсаһы” спектаклен күрһәтә; Астанала Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған фотокүргәҙмә үтә (икеһе лә — 2006). БР‑ҙа 4,4 мең ҡаҙаҡ йәшәй (2010); “Аҡ бата” ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге эшләй (2000 й. алып). Ҡ. башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре бар. 

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: