Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы

Просмотров: 1071

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы (14.12.1980, Өфө ҡ. — 9.9.1999, Дағстан Республикаһы Новочуртах а. янында, Ҡытаутамаҡ ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Герой исеменә 106‑сы гвардия һауа-десант дивизияһы 119‑сы гвардия парашют‑десант полкының взвод командиры урынбаҫары гвардия сержанты Ҡ. 1999 й. 9 сентябрендә Дағстандың Яңы Лак районындағы Ике түбә бейеклеген алыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Өфө ҡ. Ҡ. исеме урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Ҡытаутамаҡ ҡ. ул тамамлаған 7‑се мәктәп Ҡ. исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына шулай уҡ мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023