Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы

Просмотров: 1082

КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы [1.6.1948, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Иҫке Йәнбәк а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 25.6.2018, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1996), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). БДУ‑ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2001) тамамлаған. 1971 й. башлап Ғафури р‑нында: Яңғыҙҡайын урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1974 й. алып дир., 1976 й. — район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1982 й. — район советы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары; 1985 й. — рәйесе; 1992 й. башлап хакимиәт башлығы. 1996—2008 йй. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: