Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРГӘН, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1138

ЕРГӘН, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т. 31 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Куйбышев т. юлында (Дим—Мораптал участкаһы), Өфө— Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3675 кеше; 1920 — 5345; 1939 — 4230; 1959 — 4826; 1989 — 4791; 2002 — 4075; 2010 — 4125 кеше. Башҡорттар, сыуаштар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ергән урта мәктәбе, муз. мәктәбе, ДЮСШ, 2 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, 2 мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1771 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1799 й. 440 ир-ат иҫәпкә алынған. 1810 й. һәм 1811 й. ш. уҡ шарттарҙа бында хеҙмәтле татарҙар, 1812 й. сыуаштар, 1815 й. мордвалар күсеп ултыра. 1865 й. 335 йортта 2742 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ, сана эшләү, сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, почта станцияһы, күн һәм май һығыу з‑дтары, 4 һыу тирмәне, 8 сауҙа кибете булған. 1906 й. сиркәү, 2 класлы министрлыҡ уч‑щеһы, ҡатын-ҡыҙҙар земство мәктәбе, сыуаш сиркәү-мәхәллә мәктәбе, земство дауаханаһы, 5 тимерлек, тире эшкәртеү оҫтаханаһы, почта бүлексәһе, бер шарап, 2 һыра һәм бер нисә бакалея кибете, мөгәзәй, урман пристане теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан, шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған. 1980 й. — ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. В.В.Банников, А.В.Венедиктов, М.К.Мөхәрәмов, Г.М.Пищаев, М.К.Рәмиев, М.М.Рәмиев, М.Әмир ошо ауылда тыуған.

И.Э.Мөхәмәтнуров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019