Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР КОМИТЕТТАРЫ

Просмотров: 1259

ЕР КОМИТЕТТАРЫ, Рәсәйҙә 1917—18 йй. Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем ер реформаһын әҙерләү һәм аграр мәсьәләне хәл итеү б‑са ваҡытлыса сараларҙы эшләү маҡсатында ойошторолған учреждениелар. Баш Е.к. Игенселек министрлығы эргәһендә — 1917 й. мартында, губерна, өйәҙ һәм улустыҡылар апр. ойошторола. Ер фондын эшкәртеү һәм файҙаланыу тәртибен билдәләү, ерҙе биләмәләр һәм халыҡ категориялары б‑са бүлеү, шәхси биләмәләге ерҙәрҙе баҫып алыуға юл ҡуймау сараларын булдырыу һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр. Е.к. составына крәҫтиәндәр, земство интеллигенцияһы, сауҙагәрҙәр, ижт. ойошмалар, сәйәси партиялар, урындағы идаралыҡ органдары вәкилдәре инә. Баш Е.к. 1917 й. 31 майындағы Наказына ярашлы, губерна Е.к. юғары органы дөйөм йыйылыш була, ул совет (рәйес, урынбаҫар, секретарь, ағзалар) һайлай һәм земство башҡармаһын ойоштора; өйәҙ һәм улус Е.к. — дөйөм йыйылыш һәм земство башҡармаһы (5 кешегә тиклем). Өфө губернаһында Е.к. 1917 й. апр. аҙағында кадет һәм эсер партиялары вәкилдәре тарафынан ойошторола башлай. 1917 й. 1 июлендә Өфө губ. Е.к. ойошторола (рәйесе эсер И.И.Покровский), уның составына земство эшмәкәрҙәре, чиновниктар (кадет Н.Н.Быховский, В.А.Чуфаровский), ер биләүселәр (Н.Ф.Ляуданский, Г.Тереғолов, А.Дауҡаев) һ.б. инә; партиялылыҡ йәһәтенән эсерҙар өҫтөнлөк итә (С.Я.Лебедев, И.З.Штейнберг, Н.П.Баев һ.б.). 1917 й. авг. Е.к. Өфө губ. бөтә өйәҙҙәрендә лә ойошторола. 1917 й. көҙөнән Өфө губ. улус Е.к. күбеһе алпауыт ерҙәрен крәҫтиәндәрҙең яңынан бүлеү өсөн конфискациялауын ойоштороусы булып сығыш яһай. Совет власы урынлашыу м‑н, губерна Е.к. большевиктарҙың ер сәйәсәтенә ҡаршы сыға; һуңғы йыйылыш 1918 й. 29 нояб. Өфөлә була. 1917 й. 5 дек. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы съезы, губерна Е.к. таратып, эштәрен игенселек б‑са губерна коллегияһына тапшыра. Улус Е.к. 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декретты тормошҡа ашырыусы төп учреждение булып китә. Бәләбәй өйәҙе, Минзәлә өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе Е.к. — һул эсерҙарҙың, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәренең ҡайһы бер улустарында — һул эсерҙарҙың һәм большевиктарҙың, Бөрө өйәҙендә һәм Златоуст өйәҙендә уң эсерҙарҙың өҫтөнлөклө йоғонтоһо һаҡлана. 1918 й. яҙында улус Е.к. бөтөрөлөп, уларҙың эштәре Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы эргәһендәге ер бүлектәренә тапшырыла. 1917 й. 1 дек. Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан “Башҡорт улус ер бүлектәрен ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге тәртибе тураһында наказ” ҡабул ителә, уға ярашлы, Автономиялы Башҡортостан сиктәрендәге бөтә башҡ., типтәр, мишәр һ.б. улус Е.к. Башҡ. мәркәз шураһы эргәһендәге Баш ер бүлеге ҡарамағына улус ер бүлектәре булараҡ тапшырыла. 1917 й. 20 дек. 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында ер мәсьәләһе б‑са ҡабул ителгән резолюцияға ярашлы, ерҙе файҙаланыу һәм ер төҙөлөшө, игенселекте үҫтереү һ.б. мәсьәләләр Башҡорт хөкүмәте эргәһендәге Игенселек һәм мөлкәт баш идаралығы, кантон һәм улус ер бүлектәре ҡарамағына күсә. 1919 й. февр. игенселек һәм мөлкәт бүлеге АСБР-ҙың Игенселек ХК итеп үҙгәртелә.

Әҙәб.: Александров А.Ф. Борьба за власть Советов в Башкирии в 1917 году. Уфа, 1951; Шнейдер Д.М. Крестьянские земельные комитеты в Башкирии (1917—1918) //Из истории Башкирии. Уфа, 1963. Ч.1.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: