Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРЕК, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 739

ЕРЕК, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 138 кеше; 1929 — 169; 1939 — 155; 1959 — 253; 1989 — 197; 2002 — 145; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәнкем‑Ҡыпсаҡ улусы Түб. Таш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. (Түб. Таш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алына) 37 йортта 302 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тәгәрмәс һәм туғын яһау, урман кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: