Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРЕМЙӘБАШ 1-се, Тәтешле р-нындағы ауыл

Просмотров: 833

ЕРЕМЙӘБАШ 1-се, Болғар, Тәтешле р-нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Еремйәбаш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 216 кеше; 1939 — 164; 1959 — 238; 1989 — 87; 2002 — 118; 2010 — 106 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Күрҙем урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1914 й. алып (35 йортта 19 кеше йәшәгән) Еремйәбаш исеме м-н билдәле. 30-сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: