Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕТЕМБӘК, Дүртөйлө р-нындағы ауыл

Просмотров: 658

ЕТЕМБӘК, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 338 кеше; 1920 — 430; 1939 — 415; 1959 — 303; 1989 — 176; 2002 — 193; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1753 й. алып билдәле. Иттемәк, Етенбәк, Етекбәк исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 58 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 326 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 20 б. 50‑се йй. хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: