Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛСЕҒОЛ ЭТҠОЛОВ

Просмотров: 1042

ИЛСЕҒОЛ ЭТҠОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Ҡошсо улусы Ҡыҙылбай а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны Оло Ҡыҙылбай а.) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла. 1774 й. ғин. И.Э. отряды Красноуфимск ҡәлғәһен ала, Көңгөр ҡ. ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Февр. алып үҙ улусы халҡын баш күтәреүселәр ғәскәренә мобилизациялай. Май—июлдә Салауат Юлаев м‑н берлектә И.И.Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштар алып бара, Уҫы (18—21 июндә) һәм Ҡазан (12 һәм 15 июлдә) янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Йәй—көҙ Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында эш итә. Нояб. башында властарға бирелә. 1775 й. мартында азат ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019