Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ

Просмотров: 3137

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың баш полковнигы. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы, абыҙ. Арыҫлановтар нәҫеленән. 1770 й. Бошман-Ҡыпсаҡ улусында Кинйә а. (Кинйәабыҙ; хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) нигеҙ һала. Община башҡорттары мәнфәғәтен яҡлап (йөкләмәләрҙе арттырыуға, поход старшинаһы Вәлиша Шәриповтың башбаштаҡлығына һ.б. ҡаршы) губерна һәм провинция хакимиәте алдында бер нисә тапҡыр сығыш яһай. 1773 й. окт. башында отряды (300 кеше; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 700 кеше; дек. аҙағына — 12 меңгә яҡын) м‑н Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә килә һәм уны обороналауҙы ойоштора. Пугачёвтың Йәшерен советына инә, манифестар һәм указдар яҙыуҙа ҡатнаша. Башҡортостан халҡын баш күтәреүселәр отрядына мобилизациялай; 1773 й. 10 нояб. Нуғай даруғаһы Бикҡол а. янында башҡорт‑мишәр командаларының (1,2 меңгә яҡын кеше) баш күтәреүселәр яғына сығыуында, 1774 й. 22 мартында Төп ғәскәр Татищев ҡәлғәһе янында ҡыйратылғандан һуң уны аяҡҡа баҫтырыуҙа (3 меңгә яҡын кеше йыя) хәл иткес роль уйнай. Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Ырымбур, Ырымбур провинцияһының Татищев ҡәлғәһе һәм Һаҡмар ҡаласығы, Троицк ҡәлғәһе, Исәт провинцияһының Лягушино, Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Уразмәт аа., Пермь провинцияһының Әшит ҡәлғәһе янындағы һуғыштарҙа, Уҫыны алыуҙа, Ҡазан янындағы алыштарҙа, Саранск, Пенза, Һарытау һ.б. ҡалаларҙы баҫып алыуҙа, Солеников ватагаһы (Царицын сауҙагәре В.Солениковтың Волга й. уң ярындағы балыҡсылыҡ хужалығы) янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. 8 сент. Пугачёвты ҡулға алғандан һуң хәбәрһеҙ юғала. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, К.А.Пугачёвты ҡулға алған саҡта үлтерелә. Башҡ. легендаһына ярашлы, үҙе нигеҙ һалған ауылда ерләнә. Күмертау һәм Сибай ҡҡ. урамдарға, Көйөргәҙе р‑нында мәмерйәгә һәм Кинйәабыҙ а. (унда Кинйә Арыҫланов музейы бар) К.А. исеме бирелгән. Ул нигеҙ һалған ауылда (ерләнгән тип фараз ителгән урында) һәм Ермолаевка а. һәйкәл, Сибайҙа барельеф ҡуйылған; К.А. ерләнгән урын м‑н “Әүлиә ҡәбере” топонимы бәйле. Ғ.Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” исемле тарихи романы һәм реж. Ә.Ғ.Абдразаҡовтың ошо уҡ исемле нәфис фильмы К.А. бағышланған.

Әҙәб.: Кулбахтин Н.М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. Уфа, 2005.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019