Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГӘҘЕ, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1164

ЕГӘҘЕ, Белорет р‑нындағы ауыл, Егәҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.Көнб. 100 км һәм Олойылға т. юл ст. К.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Егәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1246 кеше; 1920 — 1300; 1939 — 1967; 1959 — 1432; 1989 — 1061; 2002 — 937; 2010 — 638 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1890 й. Егәҙе заводы эргәһендәге ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1900 й. сиркәү, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. статусын йөрөтә. В.Д.Наумкин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019