Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРИЛЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 785

КИРИЛЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Кириллов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта, Тыуыш т. юл разъезы эргәһендә Тыуыш й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 303 кеше; 1920 — 429; 1939 — 463; 1959 — 298; 1989 — 423; 2002 — 681; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1761 й.) алып билдәле. 1865 й. 48 йортта 219 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, алпауыт Базилевскийҙың усадьбаһы (унда иген киптергес булған) күрһәтелгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: