КИРОВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл
1234
КИРОВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 448 кеше (бергә иҫәпләгәндә); 1959 — 343; 1989 — 242; 2002 — 251; 2010 — 299 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Рассвет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында элекке Тиссен утары урынында нигеҙ һалына. 1939 й. Дәүләкән с‑зының Киров бүлексәһе ҡасабаһы һәм Кировский а. булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендәге Балҡантау — тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: