Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРӘБЕ, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 858

КИРӘБЕ, Учалы р‑нындағы ауыл, Кирәбе а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Учалы т. юл ст. Т.-Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Кирәбе й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1143 кеше; 1920 — 1899; 1939 — 1204; 1959 — 1002; 1989 — 556; 2002 — 593; 2010 — 485 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1767 й. Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Кирәбе баҡыр руднигы эргәһендәге ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. 130 йортта 652 кеше йәшәгән. 1900 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башында хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: