Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНЫЙ ХОЛМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 593

КРАСНЫЙ ХОЛМ, Краснокут, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1101; 1939 — 1041; 1959 — 897; 1989 — 325; 2002 — 283; 2010 — 275 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙендә алпауыт Краснокутскийҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә, 1811 й. алып билдәле. 1865 й. ауылда (Покровский, Краснокутский) 145 йортта 573 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, поташ заводы, 2 ел тирмәне, 12 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, министрлыҡ һөнәрселек училищеһы, поташ з‑ды, 2 тимерлек, шарап, 2 һыра һәм 4 бакалея кибете теркәлгән. Покров сиркәүе (1822 й. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: